Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Өфө менән Төркиәнең Эскишехир ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлек булдырыла

Йәмғиәт

Өфө менән Төркиәнең Эскишехир ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлек булдырыла. Көн элгәре Башҡортостан баш ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Эскишехир ҡалаһы губернаторы, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының Төркиә делегацияһы вәкиле Ҡадир Кочдемир менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Әлеге визит Өфөлә 6-8 сентябрҙә үтәсәк ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы мәҙәниәт министрҙарының Даими советының ХХХ ултырышына ҡарата ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Осрашыу барышында Өфө һәм Эскишехир ҡалалары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдары тикшерелде. Башта мәҙәниәт өлкәһендә делегациялар менән алмашыу тәҡдим ителде. Бынан һуң инде мәғариф, сәнәғәт, төҙөлөш һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү планлаштырыла.

Белешмә өсөн. Эскишехир – Төркиә Республикаһының ҙур сәнәғәт үҙәге. Бында машиналар эшләү, аҙыҡ-түлек, текстиль, цемент, ағас эшкәртеү сәнәғәте бар. Был ҡала шулай уҡ Төркиәнең мөһим транспорт үҙәге булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть