3 декабрь, Шәмбе

05 сентябрь 2012 йыл, 14:59

Башҡортостанда пенсионерҙың 2013 йылға йәшәү минимумын 5690 һум күләмендә билдәләү планлаштырыла

автор: Марина Шумилова

Республика Хөкүмәте менән әҙерләнгән «Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү тәртибе тураһында»ғы БР законының 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы закон проектын 5 сентябрҙә Дәүләт Йыйылышының Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ултырышында Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәҡдим итте.

2010 йылдан Башҡортостанда, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә кеүек үк, пенсияға социаль өҫтәмәне билдәләү өсөн пенсионерҙың йәшәү минимумы күләме билдәләнә, тип аңлатты Ленара Иванова. Федераль ҡануниәткә ярашлы, социаль өҫтәмә Рәсәй Федерацияһы субъектында билдәләнгән йәшәү минимумынан кәмерәк пенсия алған хаҡлы ялдағыларға билдәләнә. 2012 йылда республикала пенсионерҙың йәшәү минимумы 5220 һум күләмендә билдәләнде. Был сумманан кәмерәк пенсия алған кешеләргә өҫтәмә федераль бюджеттан түләнә. 2012 йылдың 1 авгусына ҡарата мәғлүмәттәр буйына, федераль бюджеттан бындай түләүҙәрҙе Башҡортостанда 100 836 кеше ала. Өҫтәмәнең уртаса күләме 1213 һум тәшкил итә.  

Хөкүмәт менән тәҡдим ителгән закон проекты Башҡортостанда пенсионерҙың 2013 йылға йәшәү минимумын 5690 һум күләмендә билдәләй.

Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзалары закон проектын яҡларға һәм уны республика парламентына беренсе уҡыуҙа тикшереүгә тәҡдим итергә тигән ҡарар ҡабул итте.