8 декабрь, Кесе йома

05 сентябрь 2012 йыл, 12:54

Оксана Савченко һәм Елена Паутова – сираттағы тапҡыр Паралимпия уйындары чемпиондары

автор: Дмитрий Слезин | фото: www.london2012.com

Лондонда Паралимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһында – йәнә ике «алтын».

Башҡортостан физик культура институты студенты Елена Паутова еңел атлетика буйынса 1500 метрлыҡ дистанцияла еңеү яуланы, уның ваҡыты – 4 минут 37,65 секунд. Икенсе урында – Испания спортсыһы Елена Гонгост (4.43,53), өсөнсөлә – 4.48,88 ваҡыт менән Италия вәкиле Аннализа Минетти (лидеры Андрена Гиоконди).

Бассейнда – Оксана Савченконың сираттағы еңеүе. М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты ирекле стилдә 100 метрлыҡ дистанцияла йүгереү буйынса «алтын» яуланы. 58,41 ваҡыт күрһәтеп, ул яңы донъя рекорды ҡуйҙы. Икенсе урында – Әзербайжандан Наталья Пронина (1.00,00), өсөнсөлә – Рәсәй спортсыһы Дарья Стукалова (1.00,23).

М.Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты Александр Неволин-Светов ирекле стилдә йүгереү буйынса 100 метрлыҡ дистанцияла йәнә көмөш миҙал яуланы (51,70). Беренсе урында – Украинанан Максим Веракс (51,40), өсөнсөлә – Америка спортсыһы Такер Дюпри (54,41).