Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Республика халҡын алда биш байрам көнө көтә

Йәмғиәт

Октябрҙә Башҡортостанда ике республика байрамы билдәләнә: 11 октябрҙә – Республика көнө һәм 25 октябрҙә – Ҡорбан байрамы. Улар төбәктә байрам көндәре тип иғлан ителде.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан асыҡлауҙарынса, 2012 йылда был байрамдар кесе йома көнөнә тура килә. РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы, шаршамбы көндәрендә, 10 һәм 24 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Йыллыҡ төп һәм йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә ял һәм байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй.

Ноябрҙә Башҡортостан халҡын йәнә өс байрам көнө көтә – 3-5 ноябрь.

2012 йылда 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө йәкшәмбегә тура килә.  Ял һәм эшләмәгән байрам көндәре тура килгәндә ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Тимәк, ял көнө йәкшәмбе 4 ноябрҙән дүшәмбе 5 ноябргә күсерелә.

Ә бына Яңы йыл каникулдары, Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федерль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Иван Шкловец һүҙҙәренсә, кәм тигәндә 8 көн – 1 ғинуарҙан 8-енә тиклем дауам итәсәк.

Теги: байрамдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть