Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Бүздәк районында социаль торлаҡ төҙөү өсөн яңы участкалар бүлеү планлаштырыла

Иҡтисад

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва Бүздәк ауылында төҙөлөп ятҡан социаль йорттарҙы тикшерҙе. Төҙөлөш эштәре графикка ярашлы алып барыла, объектты ағымдағы йылдың ноябрендә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Урындағы хакимиәттә билдәләүҙәренсә, социаль йорттар халыҡта ҙур һорау менән ҡуллана – торлаҡ сертификаттарына эйә булған граждандар ҙур теләк менән беренсел торлаҡ һатып ала. Әлеге ваҡытта Бүздәк районында социаль торлаҡ төҙөү өсөн яңы участкалар бүлеү мәсьәләһе ҡарала.

Николай Гавва шулай уҡ республиканың Саҡмағош районында ла булды, тип хәбәр иттеләр БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. Саҡмағош ауылында ул 110 урынға иҫәпләнгән бала баҡсаһын төҙөү барышын ҡараны. Бында иһә графиктан артта ҡалыу күҙәтелә. Генераль подрядсыларға яҡын арала объектты ваҡытында, йәғни 2012 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыу өсөн тейешле саралар күрергә ҡушылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть