8 декабрь, Кесе йома

04 сентябрь 2012 йыл, 17:13

2013 йылдың 1 мартынан федераль власть органдары электрон документтар ҡабул итә башлаясаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

2013 йылдың 1 мартынан Рәсәй Хөкүмәте электрон документтар ҙа ҡабул итә башлаясаҡ. РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән индерелгән төҙәтмәләр РФ Хөкүмәте ултырышында раҫланды. Төҙәтмәләр федераль власть органдары системаһының документтар менән эшләү процедуралары йәһәтенән эшмәкәрлеген ойоштороуға ҡағыла.

— Бығаса документтар ҡағыҙҙа һәм министрҙарҙың йәки уларҙың урынбаҫарҙарының ҡултамғаһы менән генә ҡабул ителде. 2013 йылдың 1 мартынан документты ҡағыҙҙа ғына түгел, ә махсус электрон ҡултамға менән электрон вариантта ла тапшырырға мөмкин буласаҡ, — тип хәбәр ителә Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы сайтында.

Хөкүмәт эшмәкәрлеген регламентлаған норматив акттарҙа ҡағыҙ документтар урынына уларҙың электрон варианттарын ҡулланыу мәсьәләләре тәүгә сағылдырыла. Был федераль башҡарма власть органдарына электрон документтар әйләнешенә эҙмә-эҙлекле күсергә нигеҙ булдыра, тип билдәләйҙәр Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында.