7 декабрь, Шаршамбы

04 сентябрь 2012 йыл, 16:08

Хәҙерге заман журналистикаһы лабораторияһы көҙгө миҙгелен аса

автор: Әлим Фәйезов

«Истоки» гәзите һәм «Башинформ» агентлығы менән асылған хәҙерге заман журналистикаһы лабораторияһы үҙ эшен дауам итә.

— Йәйге миҙгелгә йомғаҡ яһап, шуны әйтергә була: лаборатория йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Яңы исемдәр, яңы темалар, яңы мәҡәләләр – былар июль-август айҙарына эш һөҙөмтәләре. Шуға күрә 9-11 класс уҡыусыларын, юғары уҡыу йорттары студенттарын һәм журналистика өлкәһендә тәжрибә тупларға теләгән һәр кемде дәрестәргә саҡырабыҙ, — тине билдәле журналист, «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов.

Көҙгө миҙгелдең беренсе дәресе 6 сентябрҙә 19.00 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 адресы буйынса «Башинформ» агентлығының конференц-залында үтә. Лабораторияны Айҙар Хөсәйенов алып барасаҡ.

темалар: журналистика