Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә бала баҡсаларын төҙөү темптары арта

Иҡтисад

Өфөлә йәнә бер бала баҡсаһы сафҡа индерелде. 105-се «Теремок» бала баҡсаһын асыу тантанаһы баш ҡаланың Совет районында үтте.

«Теремок» барлыҡ заман талаптарына яуап бирә. Унда 100 кешегә иҫәпләнгән дүрт төркөм эшләй. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр төркөм йоҡо, уйын һәм туҡланыу бүлмәләре менән тәьмин ителгән.

Яңы учреждениела табип кабинеты, процедуралар бүлмәһе бар. Туҡланыу блогы, шулай уҡ психолог, логопед, методист бүлмәләре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

2012 йылда Өфөлә йәмғеһе өс бала баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. Йәнә 10 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын төҙөү планлаштырыла. Сағыштырыу өсөн: 2011 йылда республиканың баш ҡалаһында туғыҙ бала баҡсаһы асылғайны.

Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов фекеренсә, бындай төҙөлөш темптары һаҡланһа, алдағы дүрт-биш йылда ҡалала бала баҡсаларына сираттар мәсьәләһен хәл итеп буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть