Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Александр Григорьев «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһенә лайыҡ булды

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Указы менән БР Хөкүмәт Аппараты етәксеһе урынбаҫары Александр Григорьев «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән наградланды.

Александр Григорьев Өфөлә тыуған. 9 сентябрҙә уға 60 йәш тула. Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң, 2-се Өфө йылылыҡ-электр үҙәге электромонтерынан башлап Өфөнөң Октябрь районы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлын үтә.

Төрлө йылдарҙа БАССР Министрҙар Советының ойоштороу бүлеге мөдире урынбаҫары, БР Министрҙар Кабинетының эштәр менән идара итеүсеһе урынбаҫары булып эшләй.

2002 йылдан БР Министрҙар Кабинеты Аппараты етәксеһе урынбаҫары, БР Хөкүмәт Аппараты етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы һәм «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе менән наградланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть