Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала иген урып йыйыу эштәре тамамлана

Иҡтисад

Республика аграрийҙары 1,786 миллион тонна иген һуғып алған. 13 районда ураҡ эштәре тулыһынса тамамланған, республиканың йәнә 19 районында майҙандарҙың 95 проценты эшкәртелгән. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда уртаса уңыш гектарынан 11,5 центнер тәшкил итә.

Ураҡ эштәре менән бер рәттән төбәктә ужым культураларын сәсеү дауам итә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала әлегә 320 мең гектар үҙләштерелгән, планға ҡарата был 58 процет тәшкил итә. Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондары аграрийҙары страховка культураларын сәсеүҙе тәүгеләрҙән булып тамамлаған.

Шулай уҡ яҙғы сәсеүгә ер әҙерләү эштәре лә әүҙем алып барыла. Был эш 55 процентҡа башҡарылған. Ерҙе туңға һөрөү буйынса иң яҡшы күрһәткестәр Мәләүез, Илеш, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары хеҙмәтсәндәрендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть