10 декабрь, Шәмбе

04 сентябрь 2012 йыл, 11:51

Башҡортостанда ике һәм өс игеҙ бала өсөн балалар пособиеһына 5 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла

автор: Галина Бахшиева

Республика бюджетынан быйыл тыуған ике һәм өс игеҙ бала өсөн ай һайын түләнә торған балалар пособиеһына 5 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012 йылдың 1 ғинуарынан бер юлы ике һәм өс игеҙ балаһы тыуған ғаиләләргә дәүләт ярҙамын нығытыу өсөн һәр сабыйға өс йәштәре тулғансы ай һайын 500 һум күләмендә балалар пособиеһы түләү ҡаралғайны.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай пособие ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан бер юлы ике һәм өс игеҙ балаһы тыуған, йән башына уртаса килеме йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән артмаған ғаиләләргә түләнә. 2012 йылдың 1 июненән йәшәү минимумының икеләтә дәүмәле төбәктә 10970 һум тәшкил итә.

— 2012 йыл аҙағына республикала ике һәм өс игеҙ бала өсөн балалар пособиеһы алған кешеләр һанының 900 кешегә етеүе көтөлә, — тип хәбәр итте агентлыҡҡа БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Эльмира Кожаева.