Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә сираттағы һөт фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

Өфөлә 8 сентябрҙә Ленин исемендәге майҙанда икенсе «Һөт иле–2012» бөтә Рәсәй фестивале үтә. Был хаҡта 3 сентябрҙә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Милли һөт етештереүселәр союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко, БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев һөйләне. Шулай уҡ сарала республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов һәм фестиваль директоры Елена Дубикова ҡатнашты.

Андрей Даниленко билдәләүенсә, һөт фестивале тарихы әлегә ҙур түгел: 2009 йылда Мәскәүҙә ул Рәсәйҙә тәүгә үткәрелгән. Тик ул ваҡытта сара ғәҙәти йәрминкә кеүек үткән. Ә тәүге ысын фестиваль былтыр Өфөлә ойошторолдо.

– Бындай ҙур сараны үткәреү урыны итеп Башҡортостан осраҡлы ғына һайланманы – һөт етештереү буйынса ул Рәсәйҙә беренсе урында тора. Шул уҡ ваҡытта, бөгөн был файҙалы эсемлекте ҡулланыу буйынса күрһәткестәр юғары түгел. Элегерәк илдә бер кеше йылына 390 килограмға тиклем һөт эсһә, хәҙер иһә был һан 230 килограмм тәшкил итә. Шуға күрә элекке традицияларҙы ҡайтарыу фестивалдең төп маҡсаты булып тора. Сараның ғаилә байрамына әүерелеүен теләйбеҙ, — тине Андрей Даниленко.

– Быйыл фестивалдә 30-ҙан ашыу һөт аҙыҡтарын етештереүсе ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ милли эсемлек – ҡымыҙ ҙа тәҡдим ителәсәк. Өфөлөләр барлыҡ продукцияны тәмләп ҡарап, оҡшағандарын сағыштырмаса арзан хаҡҡа йәрминкәлә һатып ала аласаҡ. Етештереүселәр өсөн фестиваль яңы бренд менән таныштырыу һәм баҙарҙа үҙ урыныңды нығытыу мөмкинлеген бирә, — тип аңлатты Николай Коваленко.

Марат Ғәлиуллин баш ҡала халҡын сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы һәм ҡала хеҙмәттәренең байрамды үткәреүгә тулыһынса әҙер булыуын билдәләне.

Азат Фазлыев, ауыл халҡының, шул иҫәптән малсылыҡ өлкәһендә эшләгәндәрҙең хеҙмәте еңелдән түгел, тип билдәләне.

– Фестиваль фермерҙарға рәхмәт әйтеү өсөн мөмкинлек бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрамға барыһы ла килә алмай, шуға күрә киләсәктә сараның географияһын киңәйтеп, уны Башҡортостандың башҡа ҡала һәм райондарында ла үткәрергә планлаштырабыҙ, — тип хәбәр итте Азат Фазлыев.

Теги: һөт иле-2012
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть