9 декабрь, Йома

03 сентябрь 2012 йыл, 17:50

Рөстәм Хәмитов Алексей Лабзинды Лондонда Паралимпия уйындарында яуланған алтын миҙал менән ҡотланы

автор: «Башинформ»

3 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Лондонда Паралимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында республика исеменән сығыш яһаған еңел атлетсы Алексей Лабзин менән телефон аша һөйләште, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Көн элгәре Башҡортостан спортсыһы йүгереү буйынса 400 метрлыҡ дистанцияла алтын миҙал яуланы, 48,59 ваҡыт менән ул яңы рекорд ҡуйҙы. Шулай итеп, Алексей Лабзин Рәсәй йыйылма командаһына ун икенсе «алтын» килтерҙе.

Һөйләшеү барышында Рөстәм Хәмитов еңел атлетсыны еңеү менән ҡотланы һәм Паралимпия уйындарында артабанғы уңыштар теләне. Алексей Лабзин Президентҡа алдағы ярыштарҙа ла еңеү яуларға әҙер булыуы хаҡында әйтте.

Лондонда республика спортсыһы йәнә ике дисциплина буйынса сығыш яһаясаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был Лондонда үткән Паралимпия уйындарында Башҡортостан атлеттары менән яуланған икенсе «алтын». 31 августа өфөлө Оксана Савченко ирекле стилдә 400 метлыҡ дистанцияла йөҙөү буйынса алтын миҙал яулап, дүртенсе тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы булды.