9 декабрь, Йома

03 сентябрь 2012 йыл, 17:29

Республиканың социаль учреждениеларында тәрбиәләнгән балалар 1 сентябргә бүләктәр алды

автор: Любовь Колоколова

«БР Микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Әбйәлил, Дыуан, Нуриман райондарының, Күмертау, Бәләбәй, Учалы ҡалаларының социаль учреждениеларында тәрбиәләнгән балаларға хәйриә ярҙамы күрһәтте. Ойошма вәкилдәре 1 сентябргә спорт инвентаре һәм өҫтәл уйындары һатып алып, уларҙы балаларға  яңы уҡыу йылына бүләккә тапшырҙы.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был идея осраҡлы ғына барлыҡҡа килмәгән. Алда әйтеп үтелгән ҡала һәм райондарҙа «БР Микрофинанслау үҙәге»нең офистары эшләй, уларҙа Бәләкәй бизнесты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү республика программаһы сиктәрендә төбәк эшҡыуарҙары  льготалы микрокредиттар ала.