6 декабрь, Шишәмбе

03 сентябрь 2012 йыл, 16:26

13-14 сентябрҙә Башҡортостанда төбәк-ара полиграфистар һәм нәшриәтселәр форумы үтә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Бөтә Рәсәйҙән полиграфистар һәм нәшриәтселәр Башҡортостанда «Тамға-2012» форумына йыйыласаҡ. Сара Өфө районында 13-14 сентябрҙә үтә. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Екатеринбург, Силәбе, Ырымбур, Пермь өлкәләре, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан һәм башҡа төбәктәрҙән йәмғеһе 100 кеше унда ҡатнашырға теләк белдергән. Был хаҡта БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан хәбәр иттеләр. Форумды БР Иҡтисади үҫеш министрлығы ярҙамында Башҡортостан Полиграфистар ассоциацияһы менән берлектә төбәктең БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы үткәрә.

Программала тармаҡтың алдынғы эксперттары сығыштары, фекер алышыуҙар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ презентациялар ҡаралған. Бынан тыш, форум сиктәрендә «Принт-класс» нәшриәт-полиграфия предприятиелары конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ.