7 декабрь, Шаршамбы

03 сентябрь 2012 йыл, 15:38

Башҡорт яҙыусыһы Динис Бүләков романдары төрөк теленә тәржемә ителде

автор: Розалия Вәлиева

Күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты  Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә» һәм «Килмешәк» исемле романдары Төркиәлә нәшер ителгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов хәбәр итте.

Башҡорт яҙыусыһының ижады Гази университеты уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы Нигяр Ҡалҡандың докторлыҡ диссертацияһы өсөн төп тема булған. Романдарҙың стилистикаһы һәм семантикаһы тикшерелгән ваҡытта улар төрөк теленә тәржемә ителгән дә инде.

Әлеге баҫма Анкара ҡалаһының Этимесгут районы хакимиәте һәм «Бенгю» Евразия Яҙыусылар союзы менән берлектә ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы менән нәшер ителгән.

Динис Бүләков 1944 йылдың 18 майында Мәләүез районының Арыҫлан ауылында тыуған.

Уның «Маҡтансыҡ Зариф» исемле тәүге хикәйәһе «Башҡортостан пионеры» гәзитендә 1959 йылда донъя күрә. 1971 йылда Динис Бүләковтың йәштәрҙең көнүҙәк проблемаларын сағылдырған «Ҡояш ярсығы» тип аталған тәүге хикәйәләр йыйынтығы нәшер ителә.

Яҙыусы повесть жанрында ла әүҙем эшләй. «Һары һандуғас балаһы», «Ҡыңғырау сәскә», «Иң оҙон төн» һәм башҡа әҫәрҙәрендә ул әхлаҡлылыҡ, гражданлыҡ, ғәҙеллек, кешенең рухи тамырҙары идеяларына үҙ ҡарашын белдерә.

Динис Бүләков үҙен оҫта романсы булараҡ та таныта. Уның «Килмешәк», «Ғүмер бер генә» һәм «Туҙҙырылған тамуҡ» исемле романдары республиканың мәҙәни тормошонда яңы күренеш була. 1993 йылда «Ғүмер бер генә» әҫәре өсөн яҙыусыға С.Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы бирелә.

Динис Мөҙәрис улы Бүләков 1995 йылдың 14 мартында беҙҙең аранан китеп барҙы. Ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ урынлаштырылды, Смак ауылында яҙыусының әҙәби музейы булдырылды.