10 декабрь, Шәмбе

03 сентябрь 2012 йыл, 14:38

Республикала көндәр йылытасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Был аҙнала Башҡортостанда һауа температураһы бер аҙ күтәрелә башлай. Рәсәй Гидрометеорология мәғлүмәттәре буйынса, төндә республикала – 5-10 градус, көндөҙ 17-22 градус йылы була. Ямғырҙар алдағы көндәрҙә көтөлмәй.

Шулай итеп, йәй тамамланыу менән башланған һыуыҡтар төбәктә оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ. 4-5 сентябрҙә Башҡортостанға көнбайыштан йылы атлантик һауа килергә тейеш.

темалар: һауа торошо