9 декабрь, Йома

03 сентябрь 2012 йыл, 13:15

Баш ҡалала иҡтисадты тәрән өйрәнеү буйынса яңы мәктәп асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

1 сентябрҙә баш ҡаланың Дим районында өс ҡатлы яңы мәктәп асылды. Ул 620 баланы ҡабул итте. Мәктәпте асыу тантанаһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

— Был мәктәптә яҡшы уҡығандар ғына булһын өсөн, һеҙгә тик «бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә өлгәшеү зарур, — тине республика башлығы.

Башҡортостан Президенты уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы. Балаларҙы уҡыу йортона һаҡсыл ҡарашта булырға саҡырҙы.

Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә тырышып эшләгәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе, шулай уҡ яңы мәктәп төҙөүҙә ярҙам итеү үтенесе менән республика башлығына мөрәжәғәт иткән ата-әсәләргә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Төҙөлөш эштәре Башҡортостан Президентының шәхси контроле аҫтында барҙы.

Яңы уҡыу йорто авария хәлендә тип танылған бина урынында төҙөлдө. 1937 йылда уҡ асылған элекке мәктәп Дим станцияһында берене белем биреү учреждениеһы булған. Быйыл 101-се мәктәп үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул бай тарихҡа эйә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында госпиталь урынлашҡан.

2009 йылда уҡыу йорто авария хәлендә тип таныла. Яңы мәктәп 2012 йылдың 31 декабрендә төҙөлә башлай. Уны төҙөү, ҡорамалдар һәм инвентарь менән йыһазландырыу өсөн 200 миллион һум аҡса бүленә.

Төбәк башлығы заманса спорт залын, компьютер технологиялары класын, йыйылыштар залын ҡараны, йәш волейболсылар менән аралашты. Мәктәптә балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбе эшләй, ул «Урал» волейбол клубы өсөн кадрҙар әҙерләй.

2011 йылдың ноябрендә уҡыу йортона «Мәктәп-2100» мәғариф стандарты технологияларын индереү буйынса методик ресурс үҙәге статусы бирелде.