5 декабрь, Дүшәмбе

03 сентябрь 2012 йыл, 12:08

«Өфө» аэропорты етәксеһе итеп Иван Тихонов тәғәйенләнде

автор: Любовь Колоколова

Федераль һауа транспорты агентлығында кәңәшмә үтте, унда яңыраҡ «Өфө» халыҡ-ара аэропортында булған осраҡ тикшерелде. Был хаҡта Федераль һауа транспорты агентлығынан хәбәр иттеләр.

Кәңәшмә эшендә «Трансаэро» авиакомпанияһы, «Домодедово» һәм «Өфө» аэропорттары етәкселеге вәкилдәре ҡатнашты.

18 августа «Трансаэро» авиакомпанияһы рейсы пассажиры Светлана Мостафина ауыр операция кисергән дүрт йәшлек улы менән Өфөгә ҡайтып барған. Әммә пассажирҙар самолеттан төшкәндә, балаға инвалид коляскаһын алып килмәгәндәр. Асыҡланыуынса, «Домодедово» аэропорты техник сараларҙың эшендә өҙөклөктәр булыу сәбәпле, «Өфө» аэропорты хеҙмәткәрҙәренә балаға колясканы самолеттан төшкәс тә биреү кәрәклеге хаҡында хәбәр итмәгән.

Федераль һауа транспорты агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, илдең барлыҡ авиакомпанияларына һәм аэропорттарына балалы пассажирҙарҙы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү тураһында тәҡдимдәр ебәреләсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 августа «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ултырышы үтте, унда Рәмил Тимерғәзиндың «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын бушатыуы тураһында ҡарар ҡабул ителде.

«Өфө» аэропорты етәксеһе вазифаһына бығаса предприятиеның генераль директоры урынбаҫары булып эшләгән Иван Тихонов тәғәйенләнде.