9 декабрь, Йома

03 сентябрь 2012 йыл, 9:39

Башҡортостан Президенты «Белем марафоны» байрамында сығыш яһаны

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов студенттарҙың «Белем марафоны-2012» байрамында булды. Сара 1 сентябрҙә Өфөнөң Рус драма театры алдындағы майҙанда үтте. Республика башлығы студенттарҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотланы.

Майҙанда баш ҡаланың барлыҡ уҡыу йорттарынан биш меңдән ашыу студент йыйылды.

— Алда һеҙҙе иң ҡыҙыҡлы ваҡыт көтә: белем алыу, походтарға йөрөү, дуҫлашыу, — тине Рөстәм Хәмитов. – Тормошоғоҙҙоң был осоро мәңгелеккә хәтерегеҙҙә ҡаласаҡ. Уҡыуҙа уңыштарға өлгәшеп, һөҙөмтәлә юғары класлы белгес булыуығыҙҙы теләйем.

Республика Президенты шулай уҡ «уҡыу һөҙөмтәле булһын өсөн, мөмкин булғандың барыһы ла эшләнәсәк», тип вәғәҙәләне.

Символик «белем усағын» яҡҡандан һуң, сәхнәлә юғары уҡыу йорттарының ижади коллективтары сығыш яһаны, артабан байрамды «VIA Чаппа» һәм «Год Змеи» төркөмдәре, популляр ди-джей Paskal дауам итте.