2 декабрь, Йома

31 август 2012 йыл, 18:40

Рөстәм Хәмитов Оксана Савченконы Лондонда Паралимпиадала яуланған алтын миҙал менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

31 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Осана Савченконы телефон аша еңеү менән ҡотланы. Көн элгәре спортсы йөҙөү буйынса дүртенсе тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы булды.

Алтын миҙалды Башҡортостан вәкиле ирекле стилдә 400 метрлыҡ дистанцияла йөҙөү буйынса финалда яуланы. Лондонда үткән Паралимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы өсөн был икенсе «алтын» булды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Һөйләшеү барышында Рөстәм Хәмитов М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студентын еңеү менән ҡотланы, Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан спортсылары менән яуланған тәүге алтын миҙал өсөн рәхмәт әйтте һәм Паралимпиадала артабанғы уңыштар теләне. Оксана Савченко Президентҡа Паралимпиадала сығыш яһауын дауам итәсәге һәм киләһе ярыштарҙа ла еңеү яуларға әҙер булыуы хаҡында әйтте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2008 йылда Пекинда үткән Паралимпиадала Савченко өс алтын миҙал яулап, өс тапҡыр донъя рекорды ҡуйғайны. Бөгөн спортсы Өфө ҡалаһының 18-се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбендә спортсы-инструктор Игорь Тверяков етәкселеге аҫтында шөғөлләнә.

2012 йылғы Паралимпия уйындарында Башҡортостандан йәмғеһе 16 спортсы ҡатнаша. Улар — еңел атлеттар Елена Паутова, Алексей Лабзин, Андрей Коптев, Анна Сорокина, Альберт Әсәҙуллин, Илдар Помыкалов, Андрей Жирнов, Анастасия Овсянникова, Айгөл Сәхибзадаева, йөҙөүселәр Оксана Савченко, Александр Неволин-Светов, Михаил Зимин, фехтовальщиктар Марат Йосопов, Иван Андреев, Тимур Хаматшин, Тимур Фәйзуллин.