Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

«СоДействие» бөтә Рәсәй социаль программалар фестиваленә 18 төбәк проекты һайлап алынды

Йәмғиәт

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында IV «СоДействие» бөтә Рәсәй социаль проекттар фестиваленең төбәк этабында еңеүселәр һайлап алынды. Лауреат исемдәрен республикала билдәле булған ойошмалар яуланы.

Мәҫәлән, «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды башланғысы менән булдырылған Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәге, йәки «Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан асыҡлауҙарынса, «Инвалидтарҙың һәм уларҙың ғаиләләренең социаль яраҡлашыуы» номинацияһы буйынса иң күп эштәр ҡабул ителгән. Шулай уҡ «Социаль етемлекте иҫкәртеү, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам итеү» номинацияһы ла бәйгелә ҡатнашыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Лауреаттарҙы билдәләгәндә, конкурс комиссияһы проекттың көнүҙәк һәм социаль әһәмиәтле булыуын, волонтерҙар ойошмалары йәлеп ителеүен, проекттың йәмғиәттә танылыу яулау кимәлен иҫәпкә алған.

Төрлө номинацияларҙа һәм конкурстарҙа 18 проект еңеүсе тип танылған. Уларҙың барыһы ла алдағы көндәрҙә Мәскәүгә бөтә Рәсәй конкурсының аҙаҡҡы этабына йүнәлтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть