7 декабрь, Шаршамбы

31 август 2012 йыл, 16:54

Республика Президенты менән «Росавтодор» башлығы Өфөлә кәңәшмә үткәрҙе

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда түләүле «Баулы-Күмертау» юлы һәм Салауатта «Битум–Технопарк» терминал-келәт комплексы федераль средстволар ярҙамында төҙөләсәк. Ә бына Өфөнөң Менделеев урамы аҫтында тоннель төҙөү туҡтатыласаҡ, моғайын. Был хаҡта, шулай уҡ дөйөм алғанда транспорт инфраструктураһын үҫтереү тураһында  31 августа Өфөлә үткән кәңәшмәлә әйтелде. Уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткәрҙе. Кәңәшмә эшендә шулай уҡ «Рәсәй автомобиль юлдары» дәүләт компанияһы» идараһы рәйесе Сергей Кельбах ҡатнашты. «Росавтодор» башлығы юл төҙөлөшө өлкәһендәге проекттар хаҡында мәғлүмәт менән танышты. Федераль үҙәк ярҙамынан тыш, уларҙы тормошҡа ашырып булмаясаҡ.

— Транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн инвестициялар йәлеп итеү беҙҙең мөһим бурыс булып тора, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. Президент һүҙҙәренсә, БР юл фондының әлеге средстволары автомобиль юлдарын төҙөк хәлдә тотоу өсөн тейешле нормативтың яртыһын да ҡапламай – талап ителгән 6,7 миллиард һум урынына йылына өс миллиард һум аҡса.

— 2015 йылға тиклем автомобиль юлдарын үҫтереү буйынса маҡсатлы программа ҡабул иттек, уны финанслау күләме яҡынса 90 миллиард һум тәшкил итә. Был ғәйәт ҙур һан, әммә ул аҡсаны табырға кәрәк, юғиһә юлдарҙың торошо насараясаҡ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Өҫтөнлөклө проекттар иҫәбендә Башҡортостан Президенты «Европа — Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт маршрутының бер өлөшө буласаҡ «Баулы-Күмертау» юлын төҙөүҙе атаны.

— Федераль кимәлдәге автомагистраль булараҡ, Башҡортостан өсөн беренсе бындай класлы трасса республика юл селтәрендә төп юлдарҙың береһе буласаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

— «Европа — Көнбайыш Ҡытай» проекты графикка ярашлы тормошҡа ашырыла, — тип ышандырҙы Сергей Кельбах. – Республикала проект хәҙер беҙҙең бүлексә ҡатнашлығында үҫтереләсәк – был дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын ҡулланыуҙы анығыраҡ структураға һалырға мөмкинлек бирәсәк, тип уйлайым.

Салауатта «Битум–Технопарк» терминал-келәт комплексын төҙөүгә лә Росавтодор башлығы ыңғай ҡарашта.

— Беҙҙең инновацион блок битум сифатына айырыуса ҙур иғтибар бүлә, — тип белдерҙе Сергей Кельбах.

М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырыу өсөн транспорт коридорын, атап әйткәндә, Өфөнөң Менделеев урамы аҫтында тоннель һәм Ҡариҙел йылғаһы аша күпер төҙөүгә килгәндә иһә, «Росавтодор» башлығы һүҙҙәренсә, проектты тормошҡа ашырып булмаясаҡ. Сөнки уны булдырыу техник йәһәттән үтә ауыр, ә иң мөһиме – ул ҡиммәткә төшә.

Рөстәм Хәмитов йыл аҙағынаса был проект буйынса ҡарар ҡабул итергә ҡушты. Бәлки, йыл һайын төҙөлөп бөтмәгән объекттарға бер нисә йөҙ миллион һум аҡса йүнәлткәнсе, проектты ысынында ла туҡтатырға кәрәктер, тине төбәк башлығы.

Бынан тыш, кәңәшмәлә Өфөлә юғары тиҙлекле трамвайҙар һәм метробустар селтәрен үҫтереү, шулай уҡ Ағиҙел йылғаһының Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклемге өлөшөндә суднолар йөрөшөн  тергеҙеү буйынса проекттар тәҡдим ителде.