3 декабрь, Шәмбе

31 август 2012 йыл, 12:14

1 сентябрҙә Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү тамамлана

автор: Любовь Колоколова

1 сентябрҙә Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү тамамлана. Башҡортостан Журналистар союзы мәғлүмәттәре буйынса, 30 авгусҡа 11 заявка ҡабул ителгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссия майҙа документтар ҡабул итеү тураһында иғлан иткәйне. Положениеға ярашлы, премиялар 2011 йылдың сентябренән 2012 йылдың авгусына тиклемге осорҙа донъя күргән журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективтарына бирелә.

Комиссияға ҡарауға ебәрелгән әҫәрҙәргә республика, Рәсәй йәки сит ил баҫмаларында йәки электрон киң мәғлүмәт сараларында баҫтырылған, айырым китап итеп нәшер ителгән репортаждар, очерктар, документаль повестар һәм публицистик мәҡәләләр; теле- һәм радиотапшырыуҙар; фотоһүрәттәр серияһы инә.

БР Журналистар союзының яуаплы секретары Марат Саттаров хәбәр итеүенсә, киләһе аҙнала Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр исемлеге баҫтырыласаҡ.