7 декабрь, Шаршамбы

31 август 2012 йыл, 10:52

Өфө аэропортының генераль директоры вазифаһынан бушатылды

автор: "Башинформ"

«Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Рәмил Тимерғәзин вазифаһынан бушатылды, тип хәбәр иттеләр «Интерфакс-Поволжье» агентлығына мәғлүмәтле сығанаҡтан.

«Тейешле ҡарар аэропорттың директорҙар советы менән кесе йома ҡабул ителде. Эштән сығарыу сәбәптәре әйтелмәй», — тине агентлыҡ менән әңгәмәләшеүсе.

Аэропорттың директорҙар советына биш кеше инә. Улар – Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Рәмил Исҡужин, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының акционерҙар йәмғиәттәре менән идара итеү бүлеге начальнигы Дмитрий Куличенко, республиканың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина, төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров һәм БР иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Александр Марьин.

Кесе йома Рәмил Тимерғәзин аэропорттың генераль директоры вазифаһын һуңғы көн башҡарҙы. Был вазифаға генераль директорҙың производство комплексы буйынса урынбаҫары Иван Тихонов ваҡытлыса тәғәйенләнде.

«Интерфакс» агентлығы был мәғлүмәтте рәсми рәүештә раҫлай алмай.

Бынан тыш, сығанаҡтан хәбәр итеүҙәренсә, «Трансаэро» авиакомпанияһы рейсы пассажиры Светлана Мостафина ялыуы буйынса эске тикшереү эштәре тамамланған.