10 декабрь, Шәмбе

31 август 2012 йыл, 10:13

Башҡортостанда йәштәр парламентаризмын үҫтереү концепцияһы әҙерләнде

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Мин — граждан» төбәк-ара форумында муниципалитет Советтары ҡарамағындағы Йәштәр советтары ағзалары БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай янындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән берлектә 2020 йылға тиклем республикала йәштәр парламентаризмын үҫтереү стратегияһын әҙерләне.

— Әлегә документ рәсмиләштереү стадияһында, ул Йәштәр йәмәғәт палатаһының киләһе ултырышында ҡараласаҡ, — тип хәбәр итте Йәштәр палатаһының киң мәғлүмәт саралары менән эшләү буйынса комиссияһы рәйесе Елена Арямнова. – Унда Йәштәр советтарының власть органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеү механизмдары билдәләнгән.

Документты әҙерләүҙә республиканың төрлө райондарынан 50-гә яҡын йәш парламентарий ҡатнашты. «Йәштәр парламентаризмы» майҙансығы эшен БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко етәкләне.

Форум сиктәрендә шулай уҡ 2012 йыл аҙағында үтәсәк республиканың йәш парламентарийҙары семинарына әҙерлек саралары үтте. Унда тикшереләсәк темалар һәм мәсьәләләр билдәләнде.