Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Оксана Савченко Лондонда 2012 йылғы Паралимпия уйындарында «алтын» яуланы

Йәмғиәт

Лондонда 2012 йылғы Паралимпия уйындарында ирекле стилдә 400 метрлыҡ дистанцияла йөҙөү буйынса финал тамамланды.

Был уйындарҙа Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге алтын миҙалды М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Оксана Савченко яуланы. Чемпион ваҡыты — 4:37,89.

Икенсе урында – Британиянан Ханна Расселл, өсөнсөлә — Испания спортсыһы Дебора Фонт.

Йәнә бер Рәсәй спортсыһы Анна Ефименко 4:51,39 ваҡыт менән әҙ генә миҙалға «йөҙөп» етә алманы, ул – дүртенсе урында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть