4 декабрь, Йәкшәмбе

30 август 2012 йыл, 17:40

БДАУ ғалимдары ҙур федераль грантҡа лайыҡ булды

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары ике миллион һумлыҡ грантҡа эйә булды. Бындай юғары наградаға «Химия» йүнәлеше буйынса фән докторҙары етәкселеге аҫтында ғалимдар төркөмдәре менән үткәрелгән ғилми тикшеренеүҙәргә ярҙам» проекты лайыҡ булды. Проект етәксеһе булып Башҡорт дәүләт аграр университетының химия кафедраһы мөдире, химия фәндәре докторы Регина Исламова сығыш яһай.

Әлеге грант 2009-2013 йылдарға «Инновацион Рәсәйҙең фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙары» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә бирелә, ул һәләтле йәш ғалимдарға ярҙам итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән.