10 декабрь, Шәмбе

30 август 2012 йыл, 15:58

Сергей Молчанов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса совет составына инде

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы идараһы рәйесе, Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса совет составына инде. Советтың һәм уның президиумының яңы составын раҫлау тураһындағы Указға Владимир Путин ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән.

Совет составына Рәсәйҙең ҙур төбәктәре лидерҙары, РФ Йәмәғәт палатаһы ағзалары, Рәсәйҙең Федераль Йыйылышы вәкилдәре инде.

Советтың элекке составында Башҡортостандан Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы, әле Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев булғайны.