11 декабрь, Йәкшәмбе

30 август 2012 йыл, 15:36

Республикала «500 ферма» программаһы буйынса субсидия бирелә башланы

автор: Арина Рәхимҡолова

Республикала «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыусыларға субсидия бүленә башланы.

Тәүгеләрҙән булып дәүләт ярҙамын Илеш районы хужалыҡтарының береһе алды. Һауыу ҡоролмаһын һатып алыуға фермерҙарға ике миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлегә 39 райондан 81 ауыл хужалығы предприятиеһы программала ҡатнашыу өсөн документтар тапшырған.

БР Ауыл хужалығы министрлығы менән раҫланған тәртипкә ярашлы, республика бюджетынан алынған средстволарҙы аграрийҙар орлоҡ, мал аҙығы, ауыл хужалығы техникаһы, тоҡомло йәш мал һатып алыуға, төҙөлөш-монтажлау эштәре өсөн түләүгә тотона ала.

Хужалыҡтар төрлө механизмдар ярҙамында финанслана, бында шәхси средстволар, банк кредиттары, заем аҡсалары ла инә. Республиканың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды аша ла ярҙам программаһы эшләй.

Шулай уҡ «Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиеһы аша ярҙам күрһәтелә. Предприятие займдар бирә һәм игендең залог фонды аша аҡса бүлә.

Әлеге ваҡытта 60 фермала төҙөлөш-монтажлау эштәре үткәрелә. Уларҙа яңы силос-сенаж ҡоролмалары төҙөлә, тоҡомло мал, шулай уҡ төрлө техника һәм ҡорамалдар һатып алына.