9 декабрь, Йома

30 август 2012 йыл, 14:35

Оксана Савченко Паралимпиада-2012 программаһын аса

автор: Дмитрий Слезин | фото: sport.megafon.ru сайтынан

Лондонда Паралимпиада-2012 асылды. Спортсылар бер нисә төр буйынса көс һынаша башланы. Улар араһында – Рәсәй йыйылма командаһында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған йөҙөүсе, паралимпия чемпионы Оксана Савченко.

Оксана йөҙөү буйынса ярышта ҡатнашып, унда уңышҡа өлгәшһә, 400 метрлыҡ дистанцияла (ирекле стиль) финалда көс һынашасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2008 йылда Пекинда үткән Паралимпиадала Савченко өс тапҡыр донъя рекорды ҡуйғайны.