11 декабрь, Йәкшәмбе

30 август 2012 йыл, 13:29

Артур Дәүләтбәков: «Йәш журналистар әҙерләү беренсе планға сыға»

автор: Любовь Колоколова

Алдағы яҙҙа Өфөлә журналистика мәсьәләләре буйынса семинар үтәсәк, шулай уҡ Башҡортостанда йәш журналистар өсөн курстар ойоштороласаҡ, уларҙа күрше төбәктәрҙән дә хеҙмәттәштәребеҙ ҡатнаша ала. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков һөйләне. Ул республиканың баш ҡалаһында киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн үткән ике көнлөк семинарға йомғаҡ яһаны.

Сарала Рәсәй Журналистар союзының бер юлы өс секретары — Надежда Ажгихина, Лариса Шамикова, Леонид Речицкий, шулай уҡ Хорватия журналистары профсоюзының генераль секретары Маринка Болковач-Беркович ҡатнашты.

— Рәсәй Журналистар союзының бындай абруйлы делегацияһы беҙгә тәүгә килде, — тип билдәләне Артур Дәүләтбәков. – Беҙҙең һөнәри эшмәкәрлек мәсьәләләре буйынса конструктив һөйләшеү үтте. Ҡунаҡтарҙы республика киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге менән таныштырҙыҡ. Матбуғат йортонда үткән осрашыуҙа журналистиканың көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Мәҫәлән, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Йомабикә Ильясова был өлкәлә гендер сәйәсәте, төбәктең ижтимағи тормошонда ҡатын-ҡыҙ роле мәсьәләләрен ҡуҙғатты. Күпселек етәкселәр һәм киң мәғлүмәт сараларының ижади хеҙмәткәрҙәре семинар барышында профессиональ кадрҙар, айырыуса йәш журналистар әҙерләү, журналистарҙың хоҡуҡи белемен арттырыу кәрәклеге хаҡында әйтте. Европалағы хеҙмәттәштәребеҙҙең тәжрибәһе хаҡында ишетеү файҙалы булды, улар араһынан Норвегия журналистарын айырып әйтергә булыр ине.

Артур Дәүләтбәков һүҙҙәренсә, Маринка Болковач-Беркович Башҡортостанда баҫма матбуғат баҙарындағы хәлде тикшереп, республика гәзит һәм журналдарына дәүләт тарафынан әлегәсә күрһәтелгән ярҙамға ыңғай баһа биргән. Хорватияла бөтә баҫмалар айырым кешеләр ҡулында, шуға күрә журналистарҙың хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән унда ҙур ҡыйынлыҡтар килеп тыуа.

— Хеҙмәттәштәр менән аралашҡандан һуң, шундай һығымтаға килдем – булғандың ҡәҙерен белеп, заман талаптарына ярашлы артабан үҫешергә кәрәк, — тине Артур Дәүләтбәков.

Әйткәндәй, 2013 йылдың яҙында үтәсәк Рәсәй Журналистар союзының 10-сы съезына Башҡортостандан 30 делегат барасаҡ, тип хәбәр итте БР Журналистар союзы рәйесе. Был иң ҙур төбәк делегацияһы буласаҡ.