Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

30 августа йәш гвардиясылар Өфөлә алкоголгә ҡаршы рейд үткәрә

Сәйәсәт

30 августа Волга буйы федераль округының йәш гвардиясылары балиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр һатыу факттарын асыҡлау һәм бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы туҡтатыу буйынса рейдтар үткәрә. «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе бындай рейдтарҙы бөгөн Өфөлә ойоштора.

— Балиғ булмағандарҙың алкоголле эсемлектәр ҡулланыуы бөгөн көнүҙәк проблема булып тора, — тинеләр «Йәш Гвардия»ның төбә бүлексәһендә. – Намыҫһыҙ эшҡыуарҙар ниндәй ҙә булһа юлдар менән күберәк аҡса эшләргә теләй. Хоҡуҡ боҙоу өсөн ҙур булмаған штраф түләү һатыусыларҙы борсомай. Шуға күрә һуңғы ваҡытта балиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр һатҡан кешеләргә ҡатыраҡ яза биреү буйынса федераль кимәлдә һөйләшеүҙәр алып барыла. Йәш гвардиясылар был тәҡдимде хуплай һәм Белем көнө алдынан алкоголле эсемлектәр һатыу факттарын асыҡлау буйынса рейдтар үткәрә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть