8 декабрь, Кесе йома

30 август 2012 йыл, 12:03

Башҡортостан граждандарының мөрәжәғәттәре Рәсәй Президенты контролендә

автор: "Башинформ"

Көн элгәре Рәсәй Президенты советнигы Александр Бедрицкий Башҡортостанда граждандарҙы ҡабул итте.

РФ Президентының мобиль йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең эш төркөмө республикала 27 августан эшләне, тип хәбәр итте БР буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат секретары. Белгестәр Башҡортостандың төрлө райондарында һәм Өфөлә йәшәгәндәрҙең иң киҫкен мәсьәләләре буйынса тикшереү үткәрҙе. Һорауҙар, нигеҙҙә, торлаҡ-коммуналь өлкәгә ҡағылды. Ауыл һәм ҡала халҡын һыу, газ менән тәьмин итеү, юлдарҙы ремонтлау мәсьәләләре, шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге борсой. Өфөнөң 42-се урта мәктәбенә капиталь ремонт талап ителә.

Эш төркөмө урындарҙа проблемалар менән танышты, ремонт талап ителгән объекттарҙы ҡарап сыҡты. Барлыҡ һорауҙар буйынса аңлатмалар бирелде.

РФ Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһендә Александр Бедрицкий эш кәңәшмәһе үткәрҙе, унда БР буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников, БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, БР Президенты Хакимиәте, министрлыҡтар, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте вәкилдәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Мобиль йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең эш һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Президенты күрһәтмәһе әҙерләнәсәк. Документта ил башлығының күрһәтмәләрен үтәү буйынса аныҡ сроктар билдәләнәсәк.