3 декабрь, Шәмбе

30 август 2012 йыл, 10:15

2013 йылғы хоккей буйынса Донъя чемпионатын Өфө лайыҡлы үткәрәсәк

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Шаршамбы, 29 августа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселеге аҫтында йәштәр командалары араһында шайбалы хоккей буйынса Донъя чемпионатының ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Ярыштар Өфөлә 2012 йылдың 26 декабренән 2013 йылдың 5 ғинуарына тиклем үтә.

Кәңәшмәлә Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Өфө мэры Ирек Ялалов ҡатнашты.

Ултырыш башында Рөстәм Хәмитов төп мәсьәләләрҙе билдәләне.

— «Өфө-Арена», аңлауымса, чемпионатҡа тулыһынса әҙер, — тине республика башлығы. – Спорт һарайында реконструкциялау эштәре тамамлана. Бағыусылар менән эш итеүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк, сөнки ваҡыт бик әҙ ҡала. Был йәһәттән эш барышы менән ҡәнәғәт түгелмен. Башҡарылған эштәр буйынса башҡаларҙан да отчет ишетергә теләйем.

— Был һеҙҙең республика өсөн генә түгел, Рәсәй өсөн дә ҙур ваҡиға, — тип билдәләне Владислав Третьяк. – Хоккейҙы үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы булдырылды. Ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы – Олимпия уйындарына индерелгән спорт төрө, Сочиҙа үтәсәк Олимпиадаға лайыҡлы команда әҙерләргә тейешбеҙ. Өфөлә йәштәр араһында Донъя чемпионатында 10 ил ҡатнашасаҡ. Чемпионат Сочиҙа Олимпия уйындары алдынан үткәрелә, беҙгә шулай уҡ яҡшы команда әҙерләргә кәрәк. Башҡортостан баш ҡалаһында чемпионатҡа әҙерлек кимәлен тикшерҙем, был турнирҙы юғары кимәлдә үткәрербеҙ, тип ышанам.

Андрей Иванюта йәштәр араһында Донъя чемпионатына әҙерлек барышы хаҡында һөйләне.

— 30 августан 1 сентябргә тиклем «Өфө-Арена»ла хоккей буйынса Башҡортостан Кубогы 2013 йылғы Донъя чемпионаты алдынан тест ярыштары булараҡ үтәсәк, — тип билдәләне Иванюта. – Йәштәр беренселегенең фирма стиле һәм символикаһы әҙерләнгән, тренировкалар ваҡыты һәм турнир матчтары теҙмәһе раҫланған.

Андрей Иванюта шулай уҡ реклама кампанияһы, чемпионатта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу мәсьәләләренә лә ҡағылды.

Ултырышта ҡатнашыусылар фекеренсә, генераль бағыусы менән бәйле мәсьәлә бөгөнгө көнгә иң ҡатмарлыһы. Был проблема хәл ителә.

Баш ҡала мэры «Өфө-Арена» һәм Спорт һарайы биләмәләрен төҙөкләндереү, уларҙың эргәһендә урынлашҡан йорттарға ремонт үткәреү, яңы уңайлы парковкалар булдырыу хаҡында һөйләне. Барлыҡ был сараларға ҡала 227 миллион һум аҡса тотонған.

Ултырышта командаларҙы һәм туристарҙы чемпионат барышында ҡала буйлап йөрөтөү, бағыусылар менән эш итеү, медицина хеҙмәтләндереүе һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләре, мәҙәни программа тикшерелде. Чемпионатҡа әҙерлек эштәре графикка ярашлы үтә. Республика донъя кимәлендәге был сараға әҙерлек эштәрен күрһәтелгән ваҡыт эсендә тамамларға тейеш, тигән бурыс ҡуйҙы Рөстәм Хәмитов.