11 декабрь, Йәкшәмбе

29 август 2012 йыл, 15:54

Төбәктә VII «Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы» конкурсы үтә

автор: Розалия Вәлиева

Төбәктә VII «Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы» республика конкурсының зона туры үтә. Унда 54 китапхана ҡатнаша, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының бүлек мөдире Галина Евтищенко.

Зона этаптарында еңеүселәр республика конкурсында ҡатнаша ала. Еңеүгә өлгәшеү өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәре китапты киң йәмәғәтселеккә тәҡдим итеү буйынса инновацион проект әҙерләргә тейеш, унда партнерҙар – йәмәғәт ойошмалары, мәктәптәр һәм бала баҡсалары ҡатнашһа, тағы ла яҡшыраҡ була.

Конкурста өс номинация билдәләнгән. Улар — «Мәңгелек китаптар» (яҙыусылар һәм шағирҙар ижады буйынса мәҡәләләр, әсбаптар, китаптар тәҡдим итеү); «Уҡыған ил уңыр» (халыҡ менән эшләү формаларына бәйле проекттар тәҡдим итеү); «Барыһы ла уҡый» (китапханаларҙың популярлығын арттырыуға булышлыҡ иткән идеялар менән бүлешеү).

— Конкурстан яңы идеялар, яңы тәжрибә көтәбеҙ, — тине Галина Евтищенко.

Башҡортостандың иң яҡшы китапханасылары исемдәре ноябрь аҙағында билдәләнә.