10 декабрь, Шәмбе

29 август 2012 йыл, 11:53

Республикала 900 мең тоннаға тиклем картуф йыйып алыу планлаштырыла

автор: Арина Рәхимҡолова

Ошо көндәрҙә республикала картуф йыйыу башлана. Мәләүез, Өфө, Иглин һәм Шишмә райондары хеҙмәтсәндәре был эшкә тәүгеләрҙән булып тотондо.

Билдәле булыуынса, картуфты «икенсе икмәк» тип атайҙар, шуға күрә был культура уңышының мул булыуы мөһим. БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко һүҙҙәренсә, ағымдағы йылда республикала картуф сәсеүгә 94 мең гектар ер бүленгән. Уның уңышы гектарынан 100 центнерға тиклем тәшкил итә. Шулай итеп, Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре 900 мең тоннаға тиклем картуф йыйып алырға планлаштыра. Шул уҡ ваҡытта картуфҡа йыллыҡ ихтыяж республикала 550-600 мең тонна тәшкил итә. Тимәк, ул Башҡортостандан ситтә һатыуға ла етәсәк.

Өфөлә иһә картуф 15 сентябрҙән башлап көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатыла башлаясаҡ.