6 декабрь, Шишәмбе

29 август 2012 йыл, 11:06

Башҡортостан аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн йыя башланы

автор: Арина Рәхимҡолова

Әлшәй районының ауыл хужалығы етештереүселәре шәкәр сөгөлдөрөн йыя башланы. 5 сентябрҙән уларға Шишмә аграрийҙары ла ҡушыласаҡ, ә 10-15 сентябрҙән республиканың башҡа райондары ла сөгөлдөр йыя башлаясаҡ.

БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко билдәләүенсә, төбәктә яуып үткән ямғырҙар арҡаһында татлы тамыраҙыҡтар тиҙ үҫкән.

Ә бына иң һуң өлгөрөүсе техник культура – көнбағыш йыйыуҙы Башҡортостан аграрийҙары 15-20 сентябрҙән һуң башларға уйлай.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, көҙҙөң тәүге айы башында республиканың шәкәр етештереү буйынса заводтарында кәңәшмәләр үткәреү планлаштырыла. Был саралар барышында ауыл хужалығы етештереүселәре менән эшкәртеүселәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшереләсәк.