9 декабрь, Йома

29 август 2012 йыл, 10:01

Лондонда йәйге Паралимпия уйындары-2012 старт ала

автор: Дмитрий Слезин

Шаршамбы, 29 августа, Лондонда XIV йәйге Паралимпия уйындары асыла. Рәсәй исеменән 180 спортсы сығыш яһай, уларҙан 16 кеше – Башҡортостан Республикаһы командаһы ағзалары.

Улар – еңел атлеттар Елена Паутова, Алексей Лабзин, Андрей Коптев, Анна Сорокина, Альберт Әсәҙуллин, Илдар Помыкалов, Андрей Жирнов, Анастасия Овсянникова, Айгөл Сәхибзадаева, йөҙөүселәр Оксана Савченко, Александр Неволин-Светов, Михаил Зимин, фехтовальщиктар Марат Йосопов, Иван Андреев, Тимур Хаматшин, Тимур Фәйзуллин.

2008 йылда Пекинда үткән Паралимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составына республиканан 17 спортсы ингәйне. Улар туғыҙ миҙал яулағайны. Оксана Савченко – йөҙөү буйынса өс алтын миҙал һәм өс донъя рекорды, Олег Крецул – дзюдо буйынса алтын миҙал, Андрей Строкин – йөҙөү буйынса ике бронза миҙал, Елена Паутова – йүгереү буйынса ике бронза миҙал, Илдар Помыкалов марафон буйынса бронза миҙал яулағайны.

Көн элгәре рәсми делегация составында Лондонға Рәсәйҙең Паралимпия комитеты вице-президенты, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова килде.

Визит сиктәрендә Рима Баталова Паралимпия ауылына барасаҡ, унда спортсылар менән осрашасаҡ, Рәсәйҙең йыйылма командаһы штабы офисында буласаҡ. Шулай уҡ рәсми делегация составында ул Халыҡ-ара Паралимпия комитеты президенты сэр Филипп Крейвен менән осрашыуҙа ҡатнашасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова – 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Үҙенең ҡаҙаныштары өсөн ул «Гиннес рекордтар китабы»на индерелде. Дәүләт Думаһының паралимпия спортын, физик культураны һәм инвалидтар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр спортын үҫтереү мәсьәләләре буйынса профилле бүлеген етәкләй.