7 декабрь, Шаршамбы

29 август 2012 йыл, 9:23

Әлфис Ғаязов: Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙер

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәре 1 сентябрҙә уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Был хаҡта «Комсомольская правда» гәзите редакцияһында үткән матбуғат конференцияһында республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов хәбәр итте.

— Уҡыу йылына әҙер булыу – комплекслы төшөнсә, — тип аңлатты ведомство башлығы. – Бер яҡтан, был мәктәп биналарының әҙер булыуы. Ағымдағы йылда дөйөм алғанда 795 мәктәпкә капиталь ремонт үткәреүгә федераль һәм шулай уҡ республика бюджеттарынан бүленгән 972 миллион һум аҡса тотонолдо.

Йәнә ике йүнәлеш – учреждениеларҙың матди-техник йәһәттән һәм кадрҙар менән тәьмин ителеүе. Министр билдәләүенсә, был йәһәттән дә проблемалар юҡ.

Шулай ҙа, Әлфис Ғаязов һүҙҙәренсә, 1 сентябргә бөтә мәктәптәр ҙә асылмаясаҡ: алты объектта ремонт эштәре дауам итә, уларҙы 2012 йыл аҙағынаса тамамлау планлаштырыла.

Шул уҡ ваҡытта яңы уҡыу йылында 1666 мәктәп 439 мең уҡыусыны ҡабул итәсәк, уларҙан 43 800 бала мәктәпкә тәүгә бара.