8 декабрь, Кесе йома

28 август 2012 йыл, 18:29

Башҡортостан вәкилдәре Будапешт ҡалаһына аҙыҡ-түлек буйынса халыҡ-ара конференцияға саҡырыла

автор: Любовь Колоколова

4 сентябрҙә Будапешт ҡалаһында I «Донъя мегаполистарының аҙыҡ-түлек продукттары» халыҡ-ара конференцияһы үтә.

Европала аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген һәм сифатын тәьмин итеү өсөн көрәштә артабанғы хеҙмәттәшлекте нығытыу конференцияның төп маҡсаты булып тора. Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән осорҙа иһә был айырыуса мөһим.

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты сауҙа ойошмалары вәкилдәрен әлеге сарала ҡатнашыу мөмкинлектәре менән таныштыра.