Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Иршат Фәхретдинов Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

Сәйәсәт

Йәйге отпускынан һуң Дәүләт Думаһы депутаттары «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә эшен дауам итте. Көн элгәре граждандарҙы Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов ҡабул итте.

Иршат Фәхретдинов запастағы полковник, Афғанстан, Чечня, Абхазиялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Үҙҙәренең һорауҙары менән уға хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йыш мөрәжәғәт итә.

Дөйөм алғанда Дәүләт Думаһы депутатына туғыҙ кеше килде. Улар ер участкалары бүлеү, торлаҡ алыу һәм башҡа мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итте. Депутат барыһын да иғибар менән тыңлап, ҡайһы бер һорауҙар буйынса консультациялар бирҙе. Ҡалғандары буйынса запростар ебәреләсәк. Бер мәсьәлә лә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.

«БР Бөтә стилдәге тэквон-до федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Фәғит Латипов Иршат Фәхретдиновҡа был йәмәғәт ойошмаһына ярҙам итеп торғаны өсөн рәхмәтен белдерергә килде.

— Иршат Фәхретдинов – Федерация ҡарамағындағы Фәнни-консультация советы етәксеһе. Ул йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша, уларҙа бөйөк Рәсәйҙең тарихи традицияларына, оло быуынға ҡарата һөйөү тойғоларын тәрбиәләй, — тип билдәләне Фәғит Латипов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть