Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала яҙғы сәсеүгә орлоҡ әҙерләү эштәре 90 процентҡа башҡарылған

Иҡтисад

Республиканың 25 районы яҙғы сәсеүгә орлоҡ әҙерләүҙе тамамлаған. БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә был эш 90 процентҡа башҡарылған. Әлегә яҙғы сәсеүгә 265 мең тонна орлоҡ әҙерләнгән. Илеш һәм Ейәнсура игенселәре планды арттырып үтәгән.

Бынан тыш, республиканың страховка фондын формалаштырыу дауам итә. Әлегә ул 55 процентҡа тулыланған — аграрийҙар 24 мең тонна иген һалған. Шул уҡ ваҡытта 16 район хеҙмәтсәндәре был эште тамамлаған да инде. Дүртөйлө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Саҡмағош һәм Яңауыл райондары бында ҙур өлөш индергән – уларҙың һәр береһе мең тоннанан ашыу иген әҙерләгән.

Төбәктең күсмә фонды ла тулылана. Унда 45 мең тонна орлоҡ һалынған. БР Ауыл хужалығы министрлығынан асыҡлауҙарынса, планға ҡарата был 78 процент тәшкил итә. Башҡортостандың 25 районында был эш тулыһынса башҡарылған. Ә Благовар хеҙмәтсәндәре планды икеләтә арттырып үтәгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть