3 декабрь, Шәмбе

28 август 2012 йыл, 16:22

Баш ҡаланың Киров районында яңы гипермаркет асыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Ағымдағы йылдың ноябрендә Башҡортостан баш ҡалаһында йәнә бер гипермаркет асыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта ул Өфө ҡалаһы Киров районының Пугачев урамында төҙөлә.

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы гипермаркеттың дөйөм майҙаны 12 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Объект файҙаланыуға тапшырылғандан һуң, унда яҡынса 300 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Шулай уҡ гипермаркетҡа килеүселәр өсөн 350 автомобилгә иҫәпләнгән парковка ҡаралған.

Яңы сауҙа объектының башҡаларҙан айырмаһы шунда – ул тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.