11 декабрь, Йәкшәмбе

28 август 2012 йыл, 15:58

Халыҡ штабы ағзаларына Владимир Путиндың Рәхмәт хаттары тапшырылды

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Президенты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов көн элгәре Владимир Путиндың Халыҡ штабы ағзаларына Рәсәй Президентын һайлау кампанияһында әүҙем ҡатнашҡан өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы, тип хәбәр итә ER.RU.

Рәхмәт хаттары Владимир Путиндың Башҡортостандағы Халыҡ штабы етәксеһе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты башлығы Альберт Мифтаховҡа, партия рәйесенең Башҡортостан төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллинға, шулай уҡ Рәсәй Президентына кандидаттың төбәктәге ышаныслы кешеләре Надежда Крылова һәм Рәшиҙә Солтановаға тапшырылды.

— Минеңсә, Рәсәй Президенты һайлауҙары Башҡортостанда бик яҡшы кимәлдә үтте: Владимир Путин кандидатураһы өсөн республика һайлаусыларының 75,3 проценты тауыш бирҙе, — тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты башлығы Альберт Мифтахов. – Һайлау штабы бик яҡшы эшләне. Уның ағзалары шулай уҡ Станислав Говорухиндың Рәхмәт хаттары менән наградланасаҡ. Уларҙы отчет-һайлау конференцияларында тапшырырбыҙ, тип уйлайым. Беҙҙең турала онотмағандары өсөн шатбыҙ, әлбиттә. Әммә беҙ Рәхмәт хаттары алыу өсөн генә түгел, ә тәү сиратта халыҡҡа файҙа килтереү өсөн эшләнек.

— Владимир Путиндың шәхсән үҙенән Рәхмәт хаты алып ҡыуандым, — тип билдәләне Раил Әсәҙуллин. – Бөгөн Башҡортостандың, шулай уҡ Рәсәйҙең ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларынан ситтә торорға ярамай, тип иҫәпләйем. Һәр кешенең гражданлыҡ позицияһы асыҡ сағылыш табырға тейеш. Мин уны «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Башҡортостан төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе вазифаһында күрһәттем. Һайлау тейешле кимәлдә, ғәҙел һәм асыҡ үтһен өсөн, минән торғандың барыһын да эшләнем. «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе артабан да граждандарға ярҙам итеп, үҙ эшен дауам итәсәк.