11 декабрь, Йәкшәмбе

28 август 2012 йыл, 14:45

Өфөлә йыл башынан 5300 үҫмер ваҡытлыса эшкә урынлашҡан

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә йәшәгән 5300 үҫмер 2012 йылдың тәүге ете айы эсендә ваҡытлыса эшкә урынлашҡан. Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге был ваҡыт эсендә эш тәҡдим итеүселәр менән 148 килешеү төҙөгән.

— Ғәҙәттә, балаларҙың күпселеге уҡыуҙан бушаған ваҡытта мәктәптәрҙә эшләй. Шуға күрә килешеүҙәр йышыраҡ әлеге мәғариф учреждениелары менән төҙөлә. Уҡыусылар мәктәп алды территорияһын сүп-сарҙан таҙарта, төҙөкләндерә һәм йәшелләндерә, түтәл утай, шулай уҡ китапханала ярҙам итә, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге инспекторы Ирина Лукьянова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дөйөм алғанда Башҡортостанда ағымдағы йылдың ғинуарынан алып июленә тиклем 21 мең уҡыусы ваҡытлыса эшкә урынлаштырылды. Йыл аҙағына был күрһәткес кәм тигәндә 27 мең кеше тәшкил итергә тейеш.

Үҫмерҙәр өсөн минималь эш хаҡы әлеге ваҡытта республикала 977,5 һумға тиң.

темалар: үҫмерҙәр,эш