Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә фермер хужалыҡтары яңыртыла

Иҡтисад

Республикала «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» маҡсатлы программаһында ҡатнашыусылар һаны арта. Уны тормошҡа ашырыу тураһында Өфөлә үткән «Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге» фестивалендә журналистар менән аралашыу барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һөйләне.

– Бөгөн республикала бөлгән хужалыҡтар ярайһы уҡ күп – улар беҙгә Совет власынан уҡ ҡалған. Был фермаларҙы заманса хәлгә килтереү зарур. «500 ферма» программаһы ошо маҡсатта ҡабул ителде лә инде. Бөгөн йөҙгә яҡын фермер был программала ҡатнашыуға заявка бирҙе. Бының ысулы ябай: эштәрҙең 50-55 процентын – хужаның үҙе, ҡалғанын республика түләй, — тип аңлатты төбәк башлығы.

– Башҡортостан Рәсәйҙең баллы төбәге генә түгел, ә һөт иле лә булып ҡала. Был эсемлек – республика брендтарының береһе, һәм алдағы йылдарҙа уны етештереү күләмдәре буйынса беҙгә етеүсе булмаясаҡ, — тигән ышанысын белдерҙе республика Президенты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть