3 декабрь, Шәмбе

28 август 2012 йыл, 11:53

Геннадий Букаев Башҡортостан Президенты советнигы итеп тәғәйенләнде

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Геннадий Букаевты республика Президенты советнигы итеп тәғәйенләне.

Белешмә өсөн. Геннадий Иванович Букаев 1947 йылдың 15 сентябрендә Ырымбур өлкәһенең Степное ауылында тыуған. Өфө нефть институтын, Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлай.

1975-1977 йылдарҙа — Өфө нефть институтының капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы.

1977-1978 йылдарҙа — Өфөнөң Орджоникидзе район советының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.

1978-1980 йылдарҙа – Юғары партия мәктәбендә уҡый (Свердловск ҡалаһы).

1980-1985 йылдарҙа – КПСС-тың Өлкә комитеты инструкторы.

1985-1990 йылдарҙа – КПСС-тың Бәләбәй ҡала комитеты секретары.

1990-1992 йылдарҙа – БАССР Министрҙар Советында бүлек мөдире.

1992-1999 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт һалым инспекцияһы начальнигы.

1999-2000 йылдарҙа – РФ Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Мәскәү ҡалаһы буйынса идаралығы етәксеһе.

2000-2004 йылдарҙа – РФ һалымдар һәм йыйымдар министры.

2004-2008 йылдарҙа – РФ Хөкүмәте Премьер-министры ярҙамсыһы.

2008-2012 йылдарҙа – РФ Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары ярҙамсыһы.