3 декабрь, Шәмбе

28 август 2012 йыл, 10:46

Рөстәм Хәмитов «Өфө» халыҡ-ара аэропортын реконструкциялау варианттарын әҙерләргә тәҡдим итте

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

27 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Өфө» халыҡ-ара аэропортында булды. Унда ул аэропорттың пассажирҙар өсөн уңайлы булыу-булмауын тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Республика етәксеһе Өфөгә килеп төшкән һәр кеше үтә торған юлды ҡарап сыҡты.

Пассажирҙар үтә торған былай ҙа тар юлға текә баҫҡыҫтар, тәпәш түбәләр килеп ҡушыла, ә багаж биреү бүлегенә барып етер өсөн, икенсе ҡаттан ҡараңғы подвал бүлмәһенә төшөргә кәрәк. Рөстәм Хәмитов, пассажирҙар багаж биреү бүлегенә тиҙ һәм бер ниндәй ҡаршылыҡтарһыҙ барып етһен өсөн, аэровокзал комплексының был зонаһын реконструкциялау варианттарын әҙерләргә ҡушты.

«Кешеләр йонсоп, тар коридорҙар буйлап йөрөмәһен өсөн, самолеттан шунда уҡ багаж биреү бүлегенә төшөргә уңайлы булһын өсөн реконструкциялау варианттарын табырға кәрәк. Был маҡсаттарға средстволар бүленәсәк», – тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты шулай уҡ аэровокзал комплексын глобаль реконструкциялау, майҙаны 15-20 мең квадрат метр тәшкил иткән яңы терминал төҙөү тураһында ла һүҙ ҡуҙғатты.

«Аэропорттың үҙенең средстволары, республика ресурстары, йәлеп ителгән кредиттар иҫәбенә яңы терминал төҙөйәсәкбеҙ. Шулай уҡ дәүләт-шәхси партнерлыҡ варианттарын да ҡараясаҡбыҙ. Әммә аэропортты һатыу варианттары ҡаралмай», –  тине Рөстәм Хәмитов. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты тулыһынса Башҡортостан Республикаһы милкендә.

Аэропортҡа килеүгә ошо көндәрҙә булған күңелһеҙ хәл сәбәп булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, аэропорт хеҙмәткәрҙәренең пассажирҙарға ҡарата иғтибарһыҙ мөнәсәбәтен сағылдырған хәл 18 августа, Өфөлә йәшәгән Светлана Мостафина Мәскәүҙән инвалид балаһына операция яһатып ҡайтып килгәнендә була («Трансаэро» авиакомпанияһының 151-се рейсы).

Бала инвалид коляскаһында хәрәкәт итә. Табиптар уға ултырырға рөхсәт иткән, әммә баҫып торорға һәм атлап йөрөргә ярамай. Мәскәүҙә самолетҡа ултырғанда «Трансаэро» компанияһының бортпроводниктары Светлана Мостафинанан колясканы алып ҡалып, уны Өфө аэропортында самолеттан төшкәндә кире ҡайтарып бирергә вәғәҙәләй. Әсә кеше колясканы багажға тапшырмауҙарын һорай, сөнки, ғәҙәттәгесә, Өфө аэропортында уны багаж менән ҡуша ғына бирәләр. Быға ҡарамаҫтан, самолеттан төшкәндә Светлана Мостафинаға колясканы бирмәйҙәр. Бортпроводниктар, колясканы багаж менән ҡуша бирәсәктәр, тип аңлата һәм баланы багаж биреү пунктына үҙаллы алып барырға тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә бала зыян күрә.

Светлана Мостафина Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итә. Республика башлығы Өфө аэропортының генераль директоры Рәмил Тимерғәзинды яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы, аэропорт хеҙмәткәрҙәренең ярҙамға мохтаж пассажирҙар менән эшләүен ойоштора белмәгәне һәм теләмәгәне өсөн эшенән бушатыуҙы талап итте.