11 декабрь, Йәкшәмбе

27 август 2012 йыл, 15:36

Өфөлә 2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарының тәүге дөйөм ҡала презентацияһы үтте

автор: Дмитрий Слезин | фото: Рената Байғужина

Көн элгәре Өфөнөң Ленин урамында «Сәскәләр Арбаты» дөйөм ҡала байрамы сиктәрендә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарының тәүге презентацияһы үтте. Ярыштар Өфөлә 2013 йылдың 26 февраленән алып 3 мартына тиклем үтә.

— Бөгөн ҡалала VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына әүҙем әҙерлек бара, — тине Халыҡ-ара балалар уйындары-2013 Дирекцияһы етәксеһе Сергей Степанов. – Ярыштарҙа ҡатнашыусы илдәргә саҡырыу ҡағыҙҙары таратылды, ҡайһы берәүҙәре заявкаларын ебәрҙе лә инде. Әйткәндәй, заявкалар 30 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Шулай уҡ уйындарға бәйле башҡа мөһим мәсьәләләр ҙә ҡарала. Халыҡ-ара балалар уйындарының рәсми сайтында (www.icg-ufa2013.com) волонтерҙарҙы йәлеп итеү буйынса акция дауам итә.

«Сәскәләр Арбаты» байрамын һәм Халыҡ-ара балалар уйындары презентацияһын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та ҡараны.

Был көндө байрамға килгәндәр Халыҡ-ара балалар уйындарының рәсми флагы тарихы хаҡында белде. Презентация 185 һаны билдәһе аҫтында үтте. Ярыштар башланыуға тап шуның сама көн ҡалды.

«Каруанһарай» алдындағы майҙанда Өфөнөң спорт мәктәптәрендә тәрбиәләнгән уҡыусылар тамашасыларға күрһәтмә сығыштарын тәҡдим итте. Фехтование буйынса оҫталыҡ дәресе сиктәрендә йәш тамашасылар был спорт төрөндә үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Шулай уҡ теләгән һәр кем үҙенә оҡшаған спорт мәктәбенә яҙыла алды.